Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2023, 06:47

Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?

Һеҙ кишерҙе нисек бешерәһегеҙ? Әлбиттә, таҙартҡас, уртаға бүлеп - ашҡа, турап - былауға һалаһығыҙ. Баҡтиһәң, былай эшләү дөрөҫ түгел икән.

Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?
Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?

Ньюкасла университеты (АКШ) профессоры Кристен Брандт кишерҙе бөтөн килеш бешерергә һәм бешкәс кенә турарға кәңәш итә.
Был ғалим, етди тикшеренеүҙәр үткәреп, туралған килеш бешкән кишерҙә бөтөн килеш бешкәненә ҡарағанда ракка ҡаршы фалкоринол матдәһе 25 процентҡа кәмерәк булыуын асыҡлаған. Әлбиттә, күп хужабикәләр, бөтөн килеш бешерелгән кишер тәмһеҙ була, тип ҡаршы төшөр. Был да дөрөҫ түгел. Профессор Брандт бының хаҡ түгеллеген тәжрибә үткәреп раҫлаған.
Бәрәңгене ҡабығы менән бешерһәң, һыуға уның файҙалы калий матдәһе әҙерәк сығыуын хужабикәләр яҡшы белә. Духовкала бешерелгән бәрәңге лә тәмле була. Был осраҡта “бөтөнлөк принцибы” мөһим түгел: бәрәңгене бүлергә, ләкин ҡабығын таҙартмаҫҡа кәрәк.

https://kiziltan.ru

Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?
Йәшелсәләрҙе дөрөҫ бешерәһеҙме?
Автор:
Читайте нас