Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2023, 07:45

Ҡышҡыһын мобилизацияның икенсе тулкыны булырмы?

Политолог Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәренән сығып мобилизацияның икенсе тулҡынына бәйле фекерен әйткән.

Ҡышҡыһын мобилизацияның икенсе тулкыны булырмы?Ҡышҡыһын мобилизацияның икенсе тулкыны булырмы?
Ҡышҡыһын мобилизацияның икенсе тулкыны булырмы?

Ҡышҡыһын мобилизацияның икенсе тулҡыны булмаясаҡ, сөнки фронтта кешеләр һаны етә. Махсус операция зонаһында халыҡ күсе түгел, ә заманса армия кәрәк, тип яҙған политолог Сергей Марков үҙ телеграм-каналында. Был хаҡта “URA.RU” агентлығы яҙа.

— Ҡышҡыһын бер ниндәй ҙә мобилизация булмаясаҡ. Уны уҙғырыуҙың бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ, сөнки фронтта ҡулдарына Калашников автоматы тотҡан халыҡ төркөмө түгел, ә заманса ҡораллы заманса армия кәрәк, — тигән Марков.

Ул бындай һөҙөмтәне Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәренән сығып әйтеүен дә белдергән. Әлеге ваҡытта фронтта 2022 йылдың көҙөндә мобилизацияланғандарҙың яртыһы ғына дошманға ҡаршы көрәшә. Ә ҡалған 150 меңе хәрби полигондарҙа өйрәнеүҙәр уҙа. Рәсәйҙә барлығы 300 мең кеше мобилизацияланған.

https://baltachtan.ru

Автор:
Читайте нас