

РФ Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ирекле зонаға барырға рөхсәт итеү мөмкинлеге тураһында фекер алышыу барышында шул хаҡта әйткән.
“Теләге булған срочник, теләһә, контракт төҙөй ала”, — тигән ТАСС-ҡа Кремль вәкиле.
“Воскресный вечер с Владимиром Соловьевым” программаһының һуңғы сығарылышында алып барыусы һуғышта һәр ваҡыт тап бына йәштәр ҡатнашыуына иғтибар иткән.
Ул әйтеүенсә, хәҙер саҡырыу буйынса хеҙмәт үтеүсе егеттәрҙең күбеһе: “Һуғышта ҡатнашырға рөхсәт итегеҙ”, - тиҙәр. Соловьев “был мәсьәләне нисек тә булһа хәл итергә”, әйтәйек, ул срочниктар өсөн контракт төҙөүҙе ябайлаштырырға тәҡдим итә.
Сығанаҡ: ТАСС
Фото: radiosputnik.ria.ru