

Яңы йыл алдынан Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советының ҙур булмаған Разия ауылында дин тотоусы мосолмандар өсөн рәсми рәүештә мәсет асылды. Әлеге мәлдә бында алтмыш кеше йәшәй. Улар, ғәҙәттә, оло йәштәтeге кешеләр, уларҙың тормошҡа, әйләнә-тирә ысынбарлыҡҡа ышаныстары hәм ҡараштары күптән инде барлыҡҡа килгән, Хоҙай Тәғәләнең барлығына ысын күңелдән ышаналар.
— Бишбүләк районының теләһә ҡайһы ауылында йәшәүселәр араһында дoнъяла иң әhәмиәтле — христиан hәм мoсолман динен тотоусыларға ихтирам менән ҡарау күптәндән күркәм йолаға әүерелде, — ти Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Марат Яхин. — Ике дин дә илдең берҙәмлегенә һәм сәскә атыуына, халыҡтар hәм төрлө милләттәр араһындағы дуҫлыҡҡа hәм татыулыҡҡа өндәй. Яңы йыл алдынан беҙ рәсми рәүештә Разия ауылында яңы мәсет астыҡ. Был яңы йылда Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанды эшләү өсөн яҡшы билдә. Был эштә район хакимиәте, ауыл биләмәһе хакимиәте дин тотоусыларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итте. Мәсет асылыуына район хакимиәтенең иҡтисад, инвестицион сәйәсәт hәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин hәм район Советы секретары Вадим Булатов та килде.
Билдәләнгән ваҡытҡа ауыл халҡы мәсет бинаһы янына йыйылды. Ауыл биләмәһе башлығы Марат Яхин уларҙы ауыл тарихындағы иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ҡотлап үтте. Ул әлеге сараға лайыҡлы өлөш индергән барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Мәсет асыу идеяһы ауылда тыуып-үҫкән Рәфис Фазуллиндыҡы була. Был эшкә уның бер туған ағаһы Рәмзил ҙур өлөш индерә. Улар райпо рәйесе Ринат Гәрәев менән оҙаҡ ваҡыт буш торған сельпо магазины бинаһын мәсет төҙөү өсөн бушлай биреү тураһында килештеләр. Бында эш 2021 йыл аҙағында башланғайны. Унда ауыл халҡы бик актив ҡатнашты. 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға төшкән барлыҡ төр төҙөлөш эштәре буйынса башҡарылған эштәр исемлеге таң ҡалдыра.
— Шулай итеп, бында барыһы ла үҙгәрә башланы. Мәсет манараһы барлыҡҡа килде. Бина тыштан да, эстән дә тулыһынса сайдинг hәм евровагонка менән көпләнде, — тип билдәләп үтте Марат Ринат улы. — Аудиоаппаратура, мөнбәр, тәҙрә пәрҙәләрен һәм төҙөлөш материалдарын Флорит Исламов үҙ аҡсаһына һатып алды. Был ауылдан сыҡҡан башҡа кешеләр ҙә Риф Рәшит улы Вахитов өлгөһөндә шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәтте. Төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша: бина тирәһенә нигеҙгә цементты һалырға hәм мәсет янындағы территорияны төҙөкләндерергә кәрәк. Әлеге объект ауылдың рухи тормошона бик күп позитив индерер, тип өмөтләнәбеҙ. Сөнки мәсеткә кешеләр бик теләп йөрөй. Разияларҙың хыялдарын тормошҡа ашырыуға hәм мәсетте төҙөкләндереү эштәрен ойоштороуға тыумышы менән ошо ауылдан булған Таhир Васил улы Камаев ҙур өлөш индерҙе. Тәүҙә ул ай буйына аҙна һайын йома намаҙы үткәрҙе. Хәҙерге ваҡытта бында намаҙҙы Ҡунаҡҡол имам-хатибы Фәнүз Әфләтунов алып бара. Был тантаналы көндә лә Фәнүз Зөфәр улы, байрам намаҙы үткәрҙе, вәғәз уҡыны, доға ҡылды.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.