Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
12 Ғинуар 2023, 05:03

Телһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылды

12 - 13 ғинуарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтә.

Телһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылдыТелһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылды
Телһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылды

Унда IX - XI синыфтарҙан 357 уҡыусы ҡатнаша. Уҡыусылар үҙҙәренең белемен өс турҙа һынап ҡарай. Декабрҙә үткәнендә телмәр оҫталығы тикшерелһә, иртәгә викторина һәм тест һорауҙарына яуап бирәсәктәр, текст өҫтөндә эшләйәсәктәр. 

Олимпиаданы ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 ғинуарҙа сәғәт 10-да башлана.

Фото: vk.com.

yanshishma.com

Телһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылды
Телһөйәрҙәр Р.Ғарипов исемендәге гимназияға йыйылды
Автор:
Читайте нас