

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышын уҙғарҙы.
Ултырышта Владимир Путин «Атом-төш һуғышы булырмы?» тигән һорауға ла яуап бирҙе:
— Йәшерен-батырын түгел, ҡурҡыныс көндән-көн арта. Әммә беҙ беренсе булмаясаҡбыҙ. Беҙҙең стратегия – атом- ҡоралына һаҡланыу сараһы булараҡ ҡарау. Ул, беҙгә һөжүм яһалғанда, яуап булараҡ ҡулланыласаҡ. Беҙ аҡылдан яҙманыҡ, атом ҡоралының нимә икәнен самалайбыҙ. Беҙҙә улар бар һәм башҡаларныҡына ҡарағанда замансараҡ та, ләкин беҙ уны бөтә донъя буйынса күрһәтеп йөрөргә йыйынмайбыҙ.
Владимир Путин шулай уҡ махсус операция зонаһында дезертирлыҡтың юҡлығын, айырым осраҡтар ғына теркәлгәнде белдерҙе. Шулай уғҡ ул илдән киткән рәсәйлеләр тураһында ла әйтте. Путин фекеренсә, киткәндәр икән, тимәк, уларҙың ҡайһы берҙәре был илде үҙенеке тип һанамай.
https://baltachtan.ru