Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
15 Ғинуар 2023, 06:55

Һынамыштар

Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль айы ҡоро һәм эҫе килер.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш мул булыр.

*Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.

*Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.

*Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға.

*Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара.

*Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.

*Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

*Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

*Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөйрәһә – көндөң епшеүенә. Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға. Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.

"Башҡортостан календары"нан.

 

Автор:
Читайте нас