Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар 2023, 05:48

Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!

15 ғинуарҙа Сиҙәкбаш ауылында балыҡ тотоу буйынса ярыш үтте.

Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!
Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!

Сиҙәкбаш быуаһында уҙған бәйгелә 19 кеше ҡатнашҡан. Блы шөғөлгә өҫтөнлөк биреүселәр сәғәт ярым ваҡытта балыҡ тоторға тейеш ине. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Ғииниәтуллин Рөстәм иң күп балыҡ тотҡан (72 балыҡ), Шәйхуллин Усман унан бер аҙ ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡҡан (68 балыҡ), ә өсөнсө урынды ярышта ҡатнашыусы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Терентьева Евгения алған (38 балыҡ). Иң ҙур балыҡты Шәйхуллин Усман ҡармаҡҡа эләктерһә, иң бәләкәйен Федоров Георгий тотҡан. Боҙҙо тишеүсе ир-егеттәр араһында иң етеҙе булып Гаврилов Александр билдәләнгән. Район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырған.

По материлам https://vk.com/officialbiz?w=wall-172931042_6461

Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!
Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!
Автор:
Читайте нас