

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла. Уның авторы - алдан генерал Шайморатовҡа һәйкәл эшләгән скульптор Салауат Щербаков. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа алдағы өс көндә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
«Тап Салауат Александровичтың [Щербаков – ред.] Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлде нисек күреүе тураһында һорарға кәрәк. Был аныҡ ҡабул ителгән ҡарар», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштерергә тәҡдим иткәйне.
Башинформ.