Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар 2023, 05:34

Салауат районында үлемесле авария

Өс кеше һәләк булған, шул иҫәптән 12 йәшлек бала

Салауат районында үлемесле аварияСалауат районында үлемесле авария
Салауат районында үлемесле авария

Кисә сәғәт 4-селәрҙә Салауат районында фажиғәле авария теркәлде. Кропачев – Мәсәғүт  – Әшит юлының 10 километрында “ГАЗель” йөк автомобиле ҡаршыға килгән “Черри Вери” менән бәрелешә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта унан һуң “ГАЗель” ситтә торған “Мерседес” йөк машинаһына, ә “Черри Вери”ны туҡтап торған “Volvo” йөк машинаһына алып ташлай.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ашығыс ярҙам килгәнсе еңел автомобилдәге ике пассажир һәләк була. Ике кеше, шул иҫәптән 12 йәшлек малай дауаханаға оҙатылған. “ГАЗель” водителенә медицина ярҙамы күрһәтелә. Бер аҙҙан бәлиғ булмаған баланың дауаханаға алып китеп барғанда вафат булыуы тураһында хәбәр ителә.

Бик ҡыҙғаныс, тағы ла өс кешене юлдағы аварияла юғалттыҡ. Ҡасан бындай хәлгә сик булыр икән?! Рулгә ултырған һәр кем кеше ғүмере өсөн яуаплы булыуы тураһында ла онотмаһын, һәр саҡ ошо хаҡта уйланып, яуаплылыҡ кисерһен ине.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @V_Sevastyanov

https://bashgazet.ru

 
Салауат районында үлемесле авария
Салауат районында үлемесле авария
Автор:
Читайте нас