

Элек хөкөм ителгән 44 йәшлек ир “паленый” аракы етештергән. Ул 1,5 литрлы пластик шешәләргә һалынған спирт һәм һыу һатып алған, артабан уның ике ярҙамсыһы шыйыҡсаларҙы бергә бутап һалып, махсус әҙерләнгән һауыттарға бүлгәндәр. Оператив хеҙмәткәрҙәр мәғлүмәтттәре буйынса, хоҡуҡҡа ҡаршы эшсәнлектән йыллыҡ табыш ике миллион һумдан артып киткән.
Оператив-эҙләү саралары һәм тикшеренеү ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә 500 литрҙан ашыу алкоголле продукция тартып алынған. Өс фигурант та тотҡарланған. Уларға бер ҡайҙа ла сыҡмау, тейешле тәртиптә булыу сараһы билдәләнгән. Тикшереү дауам итә.
Әлеге ваҡытта Эске Эштәр министрлығының БР буйынса тикшеренеүсе тарафынан РФ Енәйәт Кодексының 171.1 -се статьяһының алтынсы өлөшөндә һәм 171.3-се статьяһының икенче өлөшөндә ҡаралған енәйәттәр билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://belizv-tat.ru