

Башҡортостан Башлығы яугирҙең әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Фәнис Хөсәйенов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн был орден менән үлгәндән һуң бүләкләнгәйне.
* * *
Фәнис Әҙип улы Хөсәйенов 1998 йылдың 14 майында Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған.
Беренсе кластан алып бишенсегә тиклем Яңы Ҡайпан башланғыс мәктәбендә уҡыған. Туғыҙынсы класты Пермь крайының 2-се Барҙа мәктәбендә тамамлаған. Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылында Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын тамамлаған. 2016-2017 йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән.
2022 йылдың 26 июнендә махсус операцияла ҡатнашыу өсөн «Барыҫ-17» ирекле батальонына яҙылған. Сентябрҙә яраланыуы сәбәпле тыуған яғына ялға ҡайтып килгән. 28 сентябрҙә йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланған.
Кесе сержант Фәнис Хөсәйенов 2022 йылдың 20 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.
Геройҙың өс йәшлек ҡыҙы ҡалған.