

Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе тип яҙа сығанаҡ. Парламентарий әйтеүенсә Башҡортостан хәрбиҙәре милекте туғандарына яңынан рәсмиләштереүгә бәйле ярҙам һорай башлаған. Нотариустар сираттағы конвой менән алғы сафҡа баҫыр тип көтөлә. Рөстәм Ишмөхәмәтов һалдаттарға ярҙам итеүҙә бер ниндәй өҙөклөктәр ҙә булырға тейеш түгеллеген билдләләп үткән.
"Хеҙмәттәштәребеҙ менән һуғышсыларга төрлө яҡлап ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Үтенестәр төрлө. Мәҫәлән, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ милекте яңынан рәсмиләштереүгә бәйле нотариаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ярҙам һорай. Хәҙер уларға сираттағы гуманитар конвой менән нотариус ебәреү мәсьәләһен хәл итәбеҙ", - тип яҙған парламентарий.
Фото: ГОРОБЗОР.Ру