Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
17 Ғинуар 2023, 06:30

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. 

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асылаӨфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

Уҡытыусы һәм остаз йылының төп маҡсаты — педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең айырым статусын таныу. Шуға күрә лә барлыҡ сараларҙың да уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, һөнәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында.

Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан республика планына бөтәһе 53 сара индерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ».

Планда һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге бәйгеләр, Бөтөн Рәсәй уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурстарының төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар, «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй студенттар конкурсы бар.

Бынан тыш, Башҡортостанда ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар һәм фестивалдәр ойошторола. Улар араһында — «Кәрәҙ» республика педагогик марафоны, шулай уҡ «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла
Автор:
Читайте нас