Хәҙер мин Аконкагуа тауына (6962 м) күтәрелә башланым.
Мин тауға ҡулдарымда күтәрелгән тәүге кеше булырмынмы? Бер нисә аҙнанан һуң белербеҙ.
Беҙҙә климатлаштырыу процесы башланды. Акклиматизация - кеше организмын бейеклектә эшләргә яраҡлаштырыу процесы. Хәҙер беҙ 2350 метр бейеклектә торабыҙ һәм тиҙҙән киләһе лагерға юл тотасаҡбыҙ, ул 3150 билдәһендә, юғарыраҡ.
Кисә мин машинала йөрөнөм һәм тирә-йүндәге матурлыҡҡа ҡараным. Һәм кинәт үҙ-үҙемә: "Рөстәм, Был Анды! Анды!!! Был тауҙарҙы мин мәктәптә, география дәреслегендә генә күрҙем! Мин уларҙы буяным һәм контур картаһында билдәләңнем. Кем уйлаған инде шул ҡәҙәр йылдарҙан һуң мин уларға менәрмен тип!
Шунда уҡ тағын бер уй тыуҙы: ете йыл элек үлем хәлендә ятҡанда был тормошҡа тешем-тырнағым менән йәбешкәнгә мин үҙемә бик рәхмәтлемен.
"Беҙ тауҙар яғына китәбеҙ. Ун көн бәйләнештә булмаясаҡмын", - тип яҙған ул һуңғыһында.
Фото: социаль селтәрҙән алынды