Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
19 Ғинуар 2023, 06:06

Пенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттар

Республикабыҙҙа 55 йәштән өлкәндәр «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса 2000 һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлегенә эйә.

Пенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттарПенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттар
Пенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттар

Республикабыҙҙа 55 йәштән өлкәндәр «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса 2000 һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа Ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарға һәм граждандарҙың башҡа категорияларына социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Адель Борханова проекттың мөмкинлектәрен киңәйтеү хаҡында һөйләне.

Сертификатты йога, бейеү, дауалау физкультураһы һәм тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнеү, инглиз телен өйрәнеү, интерьер дизайнына уҡыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Ир-егеттәр өсөн балыҡсылыҡ нигеҙҙәре йүнәлеше бар.

«Сертификат алыу өсөн күп функциялы үҙәккә йәки республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә һәм сиратҡа торорға кәрәк», — тине Адель Борханова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2020 йылдан республикала «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» социаль туризм программаһы булдырылды. Уның ярҙамында оло быуын кешеләре экскурсияларға йөрөү мөмкинлеген алды.

Сығанаҡ: «Башинформ».

bashkizi.ru

Пенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттар
Пенсионерҙар өсөн – ике мең һумлыҡ сертификаттар
Автор:
Читайте нас