

Бишбүләк районында ла, үкенескә күрә, янғындарға бәйле хәл яҡшынан түгел. Ут сығыу һөҙөмтәһендә йорт, гараж, йорт яны ҡоролмалары зыян күрҙе. 16 ғинуарҙа Баҙлыҡ ауылының Үҙәк урамында сыҡҡан янғында йорт хужабикәһе зыян күрә, 1942 йылғы ҡатындың тәне 45 % янған була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Бишбүләк үҙәк дауаханаһында вафат була.
Статистика буйынса янғындарҙың иң йыш осрай торған сәбәптәре — электр йыһаздарын һәм мейестәрҙе эксплуатациялау һәм урынлаштырыу ҡағиҙәләрен боҙоу, шулай уҡ ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Янғындарҙан һаҡ булығыҙ, тип киғәтә махсус хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре. Өйҙәрегеҙҙә электрүткәргестәр төҙөкмө, бер розеткаға бер нисә электр приборы ялғанмағанмы? Быларҙы ҡат-ҡат тикшерегеҙ һәм көндәлек тормошта арзанлы электр сымдары, сетевой фильтрҙар ҡулланмағыҙ. Балаларҙы өйҙә яңғыҙҙарын ғына ҡалдырмағыҙ. Яғылған мейесте, ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ!