Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
20 Ғинуар 2023, 10:44

Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ

Рәсәй мосолмандары өсөн 2023 йылғы хаж квоталары билдәләнде.  

Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡБыйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ
Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ

Бындай һандағы квота Рәсәй мосолмандарына бынан 15 йыл элек – 2007 йылда бирелгәйне."Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин шундай күләмле квотаға ышанысын белдергәйне инде. Әле уҙған йылдың 30 декабрендә “Рәсәй-24” телевизион каналына биргән интервьюһында ул: «Короллек, киләһе йылда Рәсәй мосолмандары Сәғүд Ғәрәбстанының Хаж һәм Ғөмрә эштәре министрлығы бүлеп биргән 25 мең кешелек квотаға эйә буласаҡ, тип ышандыра. Барлыҡ теләүселәр ҙә хаж ҡыла алыр тип өмөтләнәбеҙ», - тигән ул.

9 ғинуарҙа Җиддә ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәтенең Дини ойошмалар мәсьәләләре комиссияһының Хаж эштәре буйынса вәкәләтле вәкиле Ильяс Умаханов Сәғүд Ғәрәбстанының хаж һәм ғөмрә эштәре буйынса министры Тәүфыйк әр-Рабийә менән осрашты. Эшлекле һөйләшеү барышында Рәсәй мосолмандары өсөн 25 меңлек квота булыуы раҫланды. Әлеге һан әле 2020 йылда уҡ билдәләнгәйне, әммә эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуы сәбәпле, уҙған йылда барлыҡ илдәр өсөн дә хаж ҡылыусылар һаны кәметелде.

Сәғүд  Ғәрәбстанының Хаж һәм Ғөмрә эштәре буйынса министрлығы хажиҙарға прививка талаптарын үҙ көсөндә ҡалдырған: коронавирусҡа (Covid-19) һәм «сезонлы грипп»ҡа ҡаршы вакцинация үтелгән, шулай уҡ менингитҡа ҡаршы дүрт компонентлы ACYW вакцинаһы яһатылған булырға тейеш.

Быйыл хаждың төп йолалары 26 июндән 1 июлгә ҡәҙәр уҙғарыласаҡ, - тип яҙыла матбуғат биттәрендә.

Фото: рxabay.

https://omet-rb.com

Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ
Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ
Автор:
Читайте нас