+30 °С
Болотло


Һалҡын ҡыш көнөндә ҡоштарға, йәнлектәргә аҙыҡ табыу еңел түгел икәнен онотмаһаҡ ине. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү ниәте менән уҡыусылар тағараҡтар эшләп алып килгән. Әлбиттә, был эш ата-әсәйҙәрһеҙ башҡарылмаған. Һәр тағараҡ үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ килеп сыҡҡан. Балалар ҡоштарға төрлө ярмалар, көнбағыш һалып, тағараҡтарҙы Еңеү паркындағы ағастарға элделәр.
https://vk.com/club119702047