

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡышҡы оҙон кистәрҙә, ҡул эше менән шөғөлләнеүҙән дә мауыҡтырғыс эш юҡтыр. Бер яҡтан ҡарағанда, был - ваҡытты файҙалы итеп уҙғарыу булһа, икенсе яҡтан - яҡындарыңды матур-матур әйберҙәр менән һөйөндөрөү, уларға ҡул һәм күңел йылыңды бүләк итеү.
Бишбүләк ауылынан Рәмилә Кинйәбаева ла күптән ҡул эштәре менән мауыға.
- Мин Төрөкмәнстанда тыуып-үҫтем. Унда йәшәгәндә үк, өйөбеҙҙә ике теген машинаһы булды, әсәйемдән ҡалған аяҡлы машина менән әле лә тәҙрә пәрҙәләре, диван мендәрҙәре, алъяпҡыс кеүек әйберҙәр тегәм, яңыраҡ ҡына, төрлө материалдарҙы ҡулланып, ҡорама юрған яһаным, - тип үҙенең эштәре менән таныштыра йорт хужабикәһе. - Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кеүек мин да бәйләм бәйләргә яратам. Заманында диван, урындык япмалары, берет-шапкалар, ҡыҙыма кофта-күлмәктәр, улдарыма ла жаккардлы биҙәкле тапочкалар бәйләнем, яҡындарымдың аяҡтары йылыла булһын тип, әле дә ҡулға энә алам.
Рәмилә ханым һөнәре буйынса - тегеүсе, Бишбүләккә ҡайтҡас, ул хеҙмәт юлын Михайловкалағы көнкүреш комбинатында башлай, бында ике йыл тегеүсе-киҫеүсе була, һуңынан район үҙәгендәге комбинатҡа күсә. Уларҙың коллективы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн, йыш ҡына ауылдарға ла сыға.
Рәмилә һәм Рәшит Кинйәбаевтар ун йыл элек район үҙәгендә яңы йорт һалып сыға. Иркен һәм яҡты йорттарынының тәҙрә төптәрен төрлө-төрлө гөлдәр йәмләй. Күптәр өйҙәрен биҙәү өсөн магазиндар әҙер картиналар һатып алһа, уларҙың өйө сәнғәт галереяһын хәтерләтә. Райондашыбыҙҙың ҡул эштәре араһында ниндәйҙәре генә юҡ – сигелгән сәскәләр, уларға ҡунған күбәләктәр, башына венок кейгән бесәй, һутлы емештәр, тәбиғәт күренештәре, вазалағы янып торған розалар һ.б. ... Һәр әйберҙә оҫтаның күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы һаҡлана.
- Интернетта ҡул эштәренең ниндәйҙәре генә юҡ: мин дә шунан ҡарап күп нәмәгә өйрәндем. Бер ваҡыт атлас таҫмалар менән сигеү модаға кереп китте, был эш мине лә ҡыҙыҡһындырҙы һәм йорт эштәренән бушаған арала, картиналар яһай башланым, -тип, үҙенең шөғөлө хаҡында һөйләй ул.
Аллы-гөлле ептәрҙән генә түгел, башҡа төрлө материалдарҙан да матурлыҡ тыуҙыра Рәмилә Джумай ҡыҙы. Сәйлдәндән яһалған картиналары ла бар.
- Кәрәк-яраҡ алырға тип магазинға барғайным, һатыусы ҡыҙ менән һөйләшеп киттек тә, ул үҙенең сәйләндән яһала башлаған тауис ҡоштарын күрһәтте һәм уны эшләп бөтөрөүемде һораны. Был эш күңелемә ятты һәм үҙемә лә ошондайҙы уҡ эшләнем, - ти ул, йылмайып.
Хужабикәнең тағын бер хоббийы - алмаз мозаикаһы менән картиналар яһау. Әйтергә кәрәк, был бик ваҡ эш. Оҫталыҡ ҡына түгел, түҙемлек тә талап итә. Әммә был юҡҡа ғына түгел – тырышһаң ғәжәйеп композициялар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, ғорур әтәс, ҡыш, яҙ, көҙ миҙгелдәренә бәйле пейзаждар, мәсет һ.б. картиналар өйгә йәм өҫтәй. Бындай һоҡланғыс эштәрҙе ижад итеүҙә уға ҡыҙы Зөлфиә лә ярҙам итә. Рәмилә Кинйәбаеваның ҡул эштәре район күләмендә уҙғарылған күргәҙмәләргә лә ҡуйыла. Улар ысынлап та зәуыҡлы итеп эшләнгән.
- Бөгөнгө көндә алмаз картиналар яһау менән күптәр мауыға, ә миңә барыһынан да бигерәк, буяу менән төшөрөлгән картиналар оҡшай. Дөрөҫөн әйткәндә, һатыуҙағы (номерлы) әҙер картиналарны алып, төҫтәрен тура килтереп буяп сығам. Яңыраҡ ҡына “Алтын таң”, “Төнгө проспект”, ”Пирамидалар фонындағы дөйә” картиналарын тамамланым,- ти, ҡул эштәренә маһир ханым.
Һанап ҡараһаң, был матурлыҡ кеҫәгә шаҡтай һуға. Ләкин яратҡан шөғөлгә ана шулай ваҡытын да табаһың, кәрәҡ-ярағын алырға аҡсаһын да ҡыҙғанмайһың икән ул. Ә Рәмилә Джумай ҡыҙының эшләйһе эштәре һәм идеялары күп эле: эреле-ваҡлы тартмаларҙа әҙер схемалы туҡымалар, сағыу ептәр, төрлөнән-төрлө сәйләндәр сират көтөп тора.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.