Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 10:39

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Аҙнай ауылынан Илшат Миhранов үҙен ат үрсетеүҙә һынап ҡарарға булған

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Ауыл кешеләре өсөн малсылыҡ hәр ваҡыт ғәҙәти шөғөл булды. Һыйыр беренсе туйындырыусы була: һөт, ҡаймаҡ, май hәм кефир теләһә ниндәй аслыҡ һәм һалҡында иҫән ҡаллырға ярҙам иткән. Ә ваҡ мал ит өсөн генә түгел, тиреһе hәм йөнө өсөн юғары баһаланған: беҙҙең ҡырыҫ климат шаттарында ярты йыл дауамында бәйләнгән ойоҡбаш, бейәләй, свитер, шапка, тун hәм быймаларҙы ҡарты ла, йәше лә кейгән. Ҡыҫҡаһы, hәр йорт хайуанының үҙ маҡсаты була — ауыр крәҫтиән тормошонда туҡланыуҙы калориялы hәм файҙалы итеү, ә хеҙмәт процесын hәм ял итеүҙе уңайлы итеү. Ә бына аттарҙы ауыл халҡы хужалыҡта эштәр башҡарыу өсөн транспорт булараҡ тотто. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, ләкин әле күп нимә үҙ көсөндә ҡала.

— Ауыл хеҙмәтенә мине ата-әсәйем бала саҡтан өйрәтте. 2010 йылда үҙем өсөн эшләй башларға кәрәк, тигән уй тыуҙы. Көсөмдө ат үрсетеүҙә һынап ҡарарға булдым, — ти Илшат Миhранов. — Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетә башланым. Беҙҙең Дим зонаһында ҡыш бик ҡарлы түгел. Бында борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ аттарҙы ҡышҡыһын аҙбарҙа аҫрамаған, ә йыл әйләнәһенә тибендә йөрөткән. Шуға күрә аҙыҡ менән проблема үҙенән-үҙе-үҙе хәл ителгән. - Аттарҙы бала саҡтан уҡ яратам. Олатайым менән атайымдың ишек алдында һәр ваҡыт яҡшы аттар булды. Илшат Миhрановтың күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға «Агростартап» дәүләт ярҙамы программаһы ярҙам иткән. Эш башлаусы фермерға бизнес-план төҙөргә «Бижбулякский» мәғлүмәт- консультация үҙәгенең белгестәре ярҙам иткән. Ул республика Ауыл хужалығы министрлығында конкурс һайлап алыуын уңышлы уҙған. Айырым грантҡка башҡорт тоҡомло аттар һәм тракторға тағылма инвентарҙар  (бесән сапҡыс, прессйыйғыс hәм төйәгес) һатып алынған.

— Көтүлектәгә 39 ат бар, уларҙың башлығы Гора ҡушаматлы айғыр, — тип дауам итә Илшат Ғәбделмәжит улы. — Шуларҙың 17-һе — йәш ат. Улар барыһы ла яҡшы йылытылған ат аҙбарында hәм утарҙа тора. Йәйгеһен атайым эшселәр менән етәрлек аҙыҡ: 350 тoргәк бесән hәм 300 тoргәк һалам әҙерләнек. Хужалыҡҡа 16 гектар бесәнлек hәм 120 гектар көтөүлек беркетелгән. Тибендә йөрөтөү тураһында әлегә уйламайбыҙ. Әгәр сыҡһаҡ та, Гора көтөүҙе йөрөтәсәк, ҡар әлегә әҙерәк, уҙған йылғы үләндәр күберәк булған урынға алып барасаҡ. Хужалыҡта ике эш урыны булдырылды. Теләһә ниндәй эште башлау ауыр, әммә кyршеләр - крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары Азат Минәхмәтов, Рәфил Арыҫланов, Фидан Ситдиҡов hәм Николай Коваленко hәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Район хакимиәте ауыл хужалығы идараһы менән даими консультациялары, киңәштәре һәм ярҙам итеп тора. Бының өсөн уларға бик ҙур рәхмәт. Кескәй ярҙамсыларым да үҫеп килә. Ат ҡарауҙа минең уң ҡулым 15 йәшлек Инсаф улым бар. Атта 12 йәшлек ҡыҙым София менән биш йәшлек Сәлим атланып йөрөй ала.

Уҙған йыл аҙағында ит йүнeлешенең яңы ат фермаһына БР Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы эш сәфәре менән килгән. Һәм ул Илшат Миhрановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эшендәге күрһәтелгән эшсәнлегенә тура килеүенә ҡәнәғәтләнерлек тигән баһа биргән.

Владимир СМОЛОВ,

svetput.ru

 

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Автор:
Читайте нас в