Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 19:40

Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү ҡаралған

Радий Хәбиров Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү ҡаралған
Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү ҡаралған

Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум түләй. Республика Башлығы М.Шайморатов, А. Доставалов һәм С. Юлаев исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренә социаль ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

- Беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү бар ине. Мәсьәләне өйрәнгәндән һуң ғәҙел ҡарар ҡабул иттек, ул барыһын да тигеҙләй. Әгәр ирекле батальон яугире алғы һыҙыҡта 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең түләй, тағы 180 көн хеҙмәт итһә, республика йәнә 200 мең бүлә. Указға ҡул ҡуйҙым. Хөкүмәттән был эште тиҙ арала ғәмәлгә ашырыуҙы һорайым, — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү ҡаралған
Башҡортостандың ирекле батальондары хәрбиҙәренә 200 мең һум аҡса түләү ҡаралған
Автор:
Читайте нас: