Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 13:22

Шиғыр бәйгеһенә саҡыралар

Назар Нәжмиҙең 105 йыллығы уңайынан «Осор өсөн ҡанаттар бар» тигән шиғриәт фестиваль-конкурсы уҙағарыла.

Шиғыр бәйгеһенә саҡыралар
Шиғыр бәйгеһенә саҡыралар

Шағирҙың юбилейына арналған сара уның тыуған төйәге Дүртөйлөлә ойошторола. Конкурста ҡатнашырға авторҙар саҡырыла, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Теләгән темаға рус, башҡорт, татар телдәрендә яңы, шулай уҡ быға тиклем баҫылған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Эштәрҙе 17 ғинуарҙан 1 февралгә саҡлы электрон почтаға ([email protected].) ебәрергә кәрәк. Авторҙарҙың әҫәрҙәрен тыңлау 3 февралдә Үҙәк район китапханаһында уҙғарыла. Адресы: Рәзил Мусин урамы, 72. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Фестиваль-конкурс программаһы концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Дүртөйлө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Һәр ҡатнашыусы грамота, ә конкурс еңеүселәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ. Конкурс еңеүселәренең әҫәрҙәре социаль селтәрҙә баҫылып сығасаҡ һәм район, республика баҫмалары биттәрендә баҫтырырға тәҡдим ителәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34787) 22409, 8 917 734 89 36.
Башинформ.

Автор:
Читайте нас в