Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 21:03

Туристар һаны арта

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтинг лидерҙары төркөмөнә инде — беҙҙә 11-се урын

Туристар һаны арта
Туристар һаны арта

Рейтингты төҙөүселәр хәүефһеҙлекте баһалаған, туристик индустрия үҫеше кимәлен, ҡунаҡхана инфраструктураһын һәм шифахана-курорт йүнәлешен, төбәктең популярлығын иҫәпкә алған.

Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем республикаға 1,7 миллион турист килгән, быйыл инде ике миллион туристы көтәбеҙ.

Беҙ социаль, ваҡиғалы этнотуризмды үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙең программаларҙы — мәктәп һәм сәнәғәт туризмын башлап ебәрҙек, "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" сиктәрендә өлкән быуын Башҡортостан буйлап әүҙем сәйәхәт итә. Юл буйында хеҙмәтләндереү үҫтерәлә, ҡунаҡханалар кимәлен яйға килтерергә, рекламаны көсәйтергә кәрәк.

Үҫергә урын бар, республика иң популяр ун һәм биш йүнәлеш иҫәбенә инергә һәләтле. Беҙҙә уникаль тәбиғәт, бай мәҙәни-тарихи мираҫ, шифаханалар, саңғы үҙәктәренең үҫешкән селтәре бар.

Иң мөһиме – системалы эш. Туризм өлкәһе иҡтисадтың әһәмиәтле өлөшө булып тора, шуға күрә артабан да уйланылған, көсөргәнешле һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек алып барыласаҡ.

Фото: vk.com

https://bashgazet.ru

Туристар һаны арта
Туристар һаны арта
Туристар һаны арта
Туристар һаны арта
Автор:
Читайте нас в