Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 10:27

Яугирҙәргә кейеҙ итектәр ебәргән

Өфө ҡалаһынан аяҡ кейеме компанияһы хужаһы Андрей Григорьев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙе етештергән 16 пар аяҡ кейемен ебәргән. Билдәле булыуынса, эшҡыуарҙың туғаны Арсений  һуғышта һәләк булған.

Яугирҙәргә кейеҙ итектәр ебәргән
Яугирҙәргә кейеҙ итектәр ебәргән

Ул үҙ теләге менән килешеү төҙөп, 24 февралдә махсус хәрби операцияға киткән була. Март айында һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Туғанының дуҫы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланырға уйлағас, уның аша ҡустыһының иптәштәренә аяҡ кейемдәре ебәрергә була.   

Андрей Григорьев 15 йыл инде төрлө температура өсөн аяҡ кейемдәре тегә, улар «Zimov» бренды аҫтында һатыла. Эшҡыуарҙың аяҡ кейеме кейеҙҙән эшләнеүе менән айырылып тора, Рәсәйҙә быны бер кем дә эшләмәй тиерлек.

Уның аяҡ кейемен Александр Розенбаум, Филипп Киркоров, актриса Эвелина Бледанс кеүек йондоҙҙар кейә. Мәрхүм Йософ Кобзонға эшҡыуар аяҡ кейемен бүләк  иткән.

– Радий Фәрит улы ла аяҡ кейемебеҙҙә йөрөй. Йөҙ процентҡа беләм. Премьер-министр Андрей Назаров һатып алды. Яңыраҡ Өфө мэры заказ бирҙе, – ти эшҡыуар.

Фото: Т. АМАНОВ.

https://ye102.ru

Яугирҙәргә кейеҙ итектәр ебәргән
Яугирҙәргә кейеҙ итектәр ебәргән
Автор:
Читайте нас в