Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 10:19

Республикала өсөнсө “Кванториум” Туймазыла асыла

Әле технопарктар Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ғына эшләй

Республикала өсөнсө “Кванториум” Туймазыла асыла
Республикала өсөнсө “Кванториум” Туймазыла асыла

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернаты нигеҙендә быйыл октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы, республикала өсөнсө  “Кванториум” балалар технопаркы асыла. Ошондай уҡ технопарктар Стәрлетамаҡта һәм Салауатта бар.

“Кванториум» балалар технопаркы юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған уникаль мөхит. Ул көнүҙәк фәнни-тикшеренеү һәм инженер-техник йүнәлештәр буйынса баланың һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның төп үҙенсәлеге – тәжрибәле остаздар ярҙамы менән балаларҙы инженерлыҡ белеменә, проект эшмәкәрлегенә уҡытыу. Балалар технопаркында тәбиғи-ғилми, технологик, робототехника, хайтек кеүек йүнәлештәр эшләйәсәк.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info

https://bashgazet.ru

Республикала өсөнсө “Кванториум” Туймазыла асыла
Республикала өсөнсө “Кванториум” Туймазыла асыла
Автор:
Читайте нас в