Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 10:26

Йөҙйәшәр көйәрмән!

Билдәле хоккейсы Данис Зарипов уға иҫтәлекле бүләк тапшырған.

Йөҙйәшәр көйәрмән!
Йөҙйәшәр көйәрмән!

20 ғинуарҙа Хәҙисә Шәйҙуллина 103 йәшлек юбилейын билдәләгән. Татарстандың "Аҡ Барыҫ" командаһы һөжүм итеүсеһе Данис Зарипов Хәҙисә Сәләх ҡыҙын барып күреп, тыуған көнө менән ҡотлай һәм клуб исеменән бүләктәр тапшыра.

Хәҙисә Шәйҙуллина: "Мин хоккейҙы ныҡ яратам", – ти бүләк ителгән сәскә гөлләмәһен ҡабул итеп. "Быйыл чемпион булығыҙ", - тип наказ да бирә әле ул. Бынан тыш, хоккейсы уға арҡаһында 103-сө һаны яҙылған уйын свитерын бүләк итә.

Хәтерегеҙҙә булһа, яңыраҡ "Салауат Юлаев" хоккей клубы ла Башҡортостандың Салауат районынан булған юлаевсыларҙың 95 йәшлек тоғро көйәрмәне, яратҡан командаһының бер матчын да ҡалдырмай ҡарап барған Рәшит Хужа улы Фәйзуллинға ейәне аша бүләктәр ебәргәйне. Ул да арҡаһында 95 һаны яҙылған исемле свитер алғайны.

Йәшәһен хоккей! Афарин, тоғро көйәрмәндәр! Афарин, клуб етәкселәре һәм уйынсылары! 

Фото: https://sport.business-gazeta.ru

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в