Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 15:04

«Ҡыҙыл әтәс» аямай...

Башҡортоcтанда теркәлгән янғындарҙа ир-аттар йышыраҡ һәләк була..

«Ҡыҙыл әтәс» аямай...
«Ҡыҙыл әтәс» аямай...

Башҡортостанда йыл башынан 419 янғын сыҡҡан, был уҙған йыл менән сағыштырганда 49 осраҡҡа күберәк.

Яғындарҙа 29 кеше һәләк булған, уҙған йылдың шул уҡ осоронда 11-гә тиң булған, 25 кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәт алған, уҙған йылда ундайҙар һаны 20 кеше булған. Йышыраҡ ир-аттар һәләк була, дөйөм һандың 71 проценты ир-егеттәр өлөшөнә тура килә, тип хәбәр итә БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә, тип яҙа сығанаҡ.

“Янғында һәләк булғандар һаны 16 муниципалитетта — Благовещен районында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәрлетамак, Бөрө, Бөрйән, Туймазы һәм башҡа райондарҙа артған. Һәләкәткә килтергән шарттар: иҫерек булыу, йоҡо ваҡыты, ауырыу, ҡартлыҡ, һуңыраҡ янғын тураһында хәбәр килеү, паника торошо”, — тип хәбәр иткәндәр ведомствола.

baltachtan.ru

 

«Ҡыҙыл әтәс» аямай...
«Ҡыҙыл әтәс» аямай...
Автор:
Читайте нас в