Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 10:28

Ҙур коммуналь объект төҙөлөшө дауам итә

Эш ике сменала бара

Ҙур коммуналь объект төҙөлөшө дауам итә
Ҙур коммуналь объект төҙөлөшө дауам итә

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа ҙур коммуналь объект – “Затон-Көнсығыш” канализация-насос станцияһынан алып  канализация таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем коллектор төҙөлөшө дауам итә.

Мәғлүм булыуынса, объект дүрт этапҡа бүленгән, һәр этап буйынса эштәр бер үк ваҡытта алып барыла. Объеттың дөйөм оҙонлоғо 27,6 километр тәшкил итә. Эш ике сменала бара. Майҙансыҡтарҙа 80-дән ашыу кеше эшләй, 20 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Төҙөлөш ҡала, республика һәм федераль бюджеттарҙан финанслана. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) бер өлөшө булған “Стимул” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info

https://bashgazet.ru

Ҙур коммуналь объект төҙөлөшө дауам итә
Ҙур коммуналь объект төҙөлөшө дауам итә
Автор:
Читайте нас: