Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар , 12:56

Яугирҙәргә «Шайморатов папахаһы» тегәләр

Стәрлебаш районының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» хәрбиҙәрҙең үтенесе буйынса, легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтыҡы кеүек папаха тегә башлағандар.

Яугирҙәргә «Шайморатов папахаһы» тегәләр
Яугирҙәргә «Шайморатов папахаһы» тегәләр

«Башинформ» агентлығына проекттың кураторы Эльвира Хәмиҙуллина һөйләүенсә, был идеяны оҫтахана ирекмәндәренең береһе Илнара Дәүләтшина тәҡдим иткән. Әйткәндәй, уның ире һәм бер туған ағаһы өлөшәтә мобилизацияға эләккән.

Оҫтабикәләргә кәрәкле материалдар — тире, эслек өсөн туҡыма менән ауылдаштары ярҙам иткән. Күмәкләп бер нисә папаха тегеп, тыуған яғына ялға ҡайтҡан ике яугиргә бүләк иткәндәр.

«Кире бәйләнеш бар, күптәр ошондай бүләк тураһында хыялланған икән, бик ҡыуандыҡ. Шуға күрә киләсәктә, мөмкинлек булһа, шундай баш кейемдәре тегербеҙ, тибеҙ», — ти Эльвира Хәмиҙуллина.

https://www.bashinform.ru

Яугирҙәргә «Шайморатов папахаһы» тегәләр
Яугирҙәргә «Шайморатов папахаһы» тегәләр
Автор:
Читайте нас в