

Ҡамыр өсөн:
300 грамм он, 100 грамм аҡ май, 5-6 ҡалаҡ аҡ май, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 0,5 балғалаҡ тоҙ.
Эслек өсөн:
100-150грамм дөгө (бешерергә), 3 бешкән йомортҡа, 1 стакан йөҙөм, 250-300 грамм ҡыҙыл эремсек, 100 грамм май (эретергә), 4-5 аш ҡалағы шәкәр.
Бәлешкә һибер өсөн:
1 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ он, 1,5 ҡалаҡ аҡ май.
Ҡамыр өсөн барлыҡ ингридиенттарҙы бергә ҡушып баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға Дөгөнө әҙерәк тоҙ һалып бешереп, һалҡын һыу менән сайҡарға. Йомортҡаларҙы бешереп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа тотоп, ҡабат сайҡатырға. Аҡ майҙы эретергә.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп (беренсеһе ҙурыраҡ, икенсеһе бәләкәйерәк), табаға һалырға.
1 ҡат: ҡыҙыл эремсек,
2 ҡат: йөҙөм,
3 ҡат: йомортҡа,
4 ҡат: эретелгән аҡ май.
Бәлештең өҫтөн бәләкәй йәймә менән ябып, ситтәрен үреп сығырға. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, сәнске менән тишергә, уртаһында тишек ҡалдырырға.
Һибер өсөн әҙерләнгән ҡоро массаны тигеҙләп һалырға һәм 180 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙған мейестә 40-50 минут бешерергә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
https://igenche.ru