Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 19:15

Хезмәттәштәренең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Флүр Вәғиз улы Дәүләтшин ойошманың эш көндәре тураһында һөйләне

Хезмәттәштәренең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай
Хезмәттәштәренең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай

— 1993 йылда район дауаханаһында врач стоматолог-ортопед булып эшләй башлағанда, заман бик ҡатмарлы, eммә ниндәйҙер дәрәжәлә ҡыҙыҡлы ла ине, — тип йылмайып иҫкә ала профком рәйесе  Флүр Дәүләтшин. — Врачтарға хеҙмәт хаҡы тотҡарлана ине, тик ауылда ҡалаға ҡарағанда, еңелерәк булды: шәхси ярҙамсы хужалыҡ ҡотҡара ине. Хеҙмәт коллективы йыйылышында мине, бер тауыштан тиерлек, профком рәйесе итеп һайлағас, баш врач Святослав Әнғәм улы Ғилванов минең адресҡа: «Был йөктө башҡа үҙ өҫтөнә алырҙай кеше юҡ. Yҙ сиратымда профсоюз ойошмаһына hәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иттәм» тине. Шул вакыттан бирле дүрт баш врач алышынды. Барыһы ла профсоюзды хупланы hәм уртаҡ тел тапты. Беҙҙең дауахананың баш врачы Марат Фәнил улы Абдуллин 2022 йылдың апрелендә билдәләнде.

Yҙенең эшен Флүр Дәүләтшин төрлө саралар үткeреүҙән башлай. Был юбилярҙарҙы хөрмәтләү була. Ашығыс тәртиптә коллектив тормошон ойошторорға кәрәк була, сөнки советтарҙан һуңғы осорҙа дауаханала профсоюз тураһында онота башлағайнылар, тиерлек. Ул саҡта баш врач үҙ һүҙен тота — профком өсөн айырым кабинет биреп, республика комитеты уны оргтехника менән йыһазландырырға ярҙам итә. Yҙенең беренсе коллектив килешеүенә дауаханалағы мәҙәни сараларҙың администрация һәм ойошма менән берлектә финансланыуы тураһында пункт керетелә. Юбилярҙарҙы ҡотлау сығымдары, Яңы йыл бүләктәре шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының өҫтәмә керемдәренән финанслана. Бына шундай ябай һәм уртаҡ ҡабул ителгән ҡарарҙар менән профсоюз эше башлана. Артабан эш урындарын аттестациялауҙы алыштырған беренсе хеҙмәт шарттарын махсус баһалау (СОУТ) булды. Ул саҡта 2013 йыл аҙағында ғәмәлгә индерелгән «Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһында» Федераль закон эшләй башлай. Уны тормошҡа ашырыу тәжрибәһе әле булмаған, эш биреүсегә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн биологик факторҙы иҫәпкә алыу кәрәклеге тураһында аңлатыу, зарарлы хеҙмәт шарттарын баһалауға объектив яҡын килеү ауыр булған. Ул ваҡытта үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең 70 проценты зарарлы шарттарҙа эшләгән өсөн ташламалар hәм гарантиялар билдәләй алған, ә хеҙмәткәрҙәр зарарлы шарттар өсөн һөт ала башлаған.

— Уҙған йыл Бишбүләк район үҙәк дауаханаһында сираттағы махсус баһа бирелде, — тип дауам итә профком рәйесе. — Беҙҙең 92 хеҙмәткәргә 3.2 зарарлылыҡ классы раҫланды. Ә был — ялға өҫтәмә 10 көн, һөт өсөн аҡсалата компенсация һәм төп хеҙмәт хаҡы өсөн түләүҙең 4 проценты. Коллектив килешеү сиктәрендә ҡан менән контактта булған хеҙмәт биналарын йыйыштырыусылар өсөн дә өҫтәмә ялдар булдырылды. Беҙҙең административ аппарат хеҙмәткәрҙәренең дә өҫтәмә ялдары бар — был нормалаштырылмаған эш көнө өсөн. Әлбиттә, профсоюз барлыҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, шулай уҡ профсоюз ағзалары өсөн дә лайыҡлы эш шарттарына ирешергә тырыша, ләкин мин hәр вакыт «шикләнеүселәргә» әйтәм, әгәр беренсеһенең бындай вәкиллеге булмаһа, беҙҙә эш биреүсе менән диалог булмаҫ ине, тиерлек. Өҫтәл артында һөйләшеүҙәр ваҡытында мин бер үҙем түгел, минең артымда дауахана хеҙмәткәрҙәренең 84 проценты. Был бик ҙур аргумент!

Эш биреүсе үҙе лә, профсоюз ағзаһы булараҡ, баш врачтың рәсми рәүештә рәсмиләштерелмәгән эш көнөнөң күмәк килешеүҙең тейешле гарантиялары менән законлы тәьмин ителеүен теләй. Бына шундай социаль партнерлыҡ беҙҙең бәләкәй генә район дауаханаһында инде күп йылдар уңышлы ғына эшләп килә, — ти аҙаҡтан Флүр Вәғиз улы.

Профсоюз рәйесе иһә йәмәғәт эшендә һайлаған юлы турһында үкенгәнме, тигән һорауға ул намыҫлы рәүештә: «Юҡ, hәм тағын бер тапҡыр юҡ! Был эштә миңә иң яҡын туғандарым ярҙам итә. Ҡәҙерле тормош иптәшем Ирина ышаныслы тыл ғына түгел, коллега, тоғро дуҫ һәм таяныс та. Беҙ бергә эшләйбеҙ. Өс  балабыҙ бар, Бер ейәнебеҙ  үҫеп килә. Район халҡының изгелекле hәм ихтирамлы мөнәсәбәте тураһында әйтеп тә тораһы түгел былар барыһы ла ерҙә йәшәүсе hәр кеше өсөн һис шикһеҙ ҙур бәхет!»

Владимир СМОЛОВ.

svetput.ru

Хезмәттәштәренең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай
Хезмәттәштәренең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай
Автор:
Читайте нас: