Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 22:50

Стәрлетамаҡта миномет снаряды тапҡандар

Стәрлетамаҡтың БСК заводына, осраҡлы рәүештә, БВС осоронан ҡалған  82 миллиметрлы миномет снаряды  килеп еткән.

Стәрлетамаҡта миномет снаряды тапҡандар
Стәрлетамаҡта миномет снаряды тапҡандар

Ҡурҡыныс табыш оҙон юл үткән.  Стәрлетамаҡтағы БСК заводында  табылғансы ул  Ҡырымдан  башлап,  ул илдең яртыһы буйлап тиерлек  сәйәхәт иткән.

82 миллиметрлы снаряд  Мекензиев  тауы станцияһынан юл алған. Унан вагон Төньяҡ Кавказға эләгә, унда уны  бушаталар, артабан, ташып сыҡҡансы,  вак таш  төйәйҙәр. Ҡурҡыныс йөктө берәү ҙә күрмәгән.  Шулай снаряд  сода компанияһы заводына ҡәҙәр килеп еткән.

Эшселәр уны күргәс саперҙарҙы саҡыртҡан.  Табыштың шартлау ҡурҡынысы ҙур булған. Махсус хеҙмәттәр белгестәре  снарядтың вагонға нисек эләгеүен һәм  бер кем дә күрмәйенсә уның шул тиклем ара үтеүен тикшерә.

baltachtan.ru

 

Стәрлетамаҡта миномет снаряды тапҡандар
Стәрлетамаҡта миномет снаряды тапҡандар
Автор:
Читайте нас: