Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 16:23

Яңы хеҙмәт кенәгәләре ниндәй буласаҡ?

2023 йылдың 1 ғинуарынан яңы өлгөләге хеҙмәт кенәгәләре индерелде.

Яңы хеҙмәт кенәгәләре ниндәй буласаҡ?
Яңы хеҙмәт кенәгәләре ниндәй буласаҡ?

Яңы йыл башынан Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 24 июлендәге 1250-се ҡарары нигеҙендә яңы өлгөләге хеҙмәт кенәгәләре индерелә, уларҙың формаһы Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының 19.05.2021 йылғы 320-се һанлы бойороғо менән раҫланған.
Эш биреүселәр өсөн ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу бурысы хеҙмәткәрҙәр электрон формат файҙаһына яҙмаһынан баш тартмаған осраҡта һаҡлана. 1 ғинуарҙан башлап эшкә урынлашусыларға ҡағыҙ документ бирелмәй. Шуға бәйле, уның формаһын яңыртыу дубликаттарға ғына ҡағыласаҡ.
Был эштәр илебеҙҙә Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған "Һанлы иҡтисад" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте

https://kiziltan.ru

Автор:
Читайте нас: