Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 14:48

Мошенниктар менән эш иткәнен белә тороп...

Нефтекамала 2 миллион 400 мең һумын мошенниктарға күсергән ҡатын үҙен гипноз аҫтындағы кеүек хис иткән.

Мошенниктар менән эш иткәнен белә тороп...
Мошенниктар менән эш иткәнен белә тороп...

Нефтекама полицияһының дежур бүлегенә 49 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ҡатын таныш булмаған кешенең шылтыратыуын, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырыуын һөйләгән. Ул ханымға енәйәтселәрҙең уның исеменә кредит рәсмиләштереүе тураһында хәбәр итә. Ҡатын-ҡыҙға робот булып та, банк хеҙмәткәрҙәре булып та күп тапҡыр төрлө номерҙарҙан шылтыраталар.
"6 сәғәт телефон аша бер туҡтауһыҙ эшкәртеү барышында ханымды диктовкаға онлайн-банк ҡушымтаһын тоташтырырға, кредитттар рәсмиләштерергә һәм йәнәһе аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн башҡа иҫәптәргә күсерергә ышандыралар. Һөҙөмтәлә, мошенниклыҡ осраҡтары тураһында ишеткән ҡатын-ҡыҙ, билдәһеҙ кешеләр күрһәтмәләрен үтәп, гипнозланған кеүек, енәйәтселәргә 2 миллион 400 мең һумдан ашыу аҡса күсергән", - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Кискеһен өйөнә туғаны ҡайтып кермәһә, уның тағы күпме аҡса юғалтасағы ла билдәһеҙ. Уныһы даими рәүештә шылтыратыуҙарға иғтибар иткән. Уның ҡатнашлығынан һуң ғына гражданка мошенниктар менән эш итеүен аңлаган. Хәҙер тикшереү бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башинформ

Мошенниктар менән эш иткәнен белә тороп...
Мошенниктар менән эш иткәнен белә тороп...
Автор:
Читайте нас: