Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 12:34

Һунар ҡоралын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә

Ҡорал һәм патрондар хужаһы уларҙы һунарсы билеты һәм махсус рөхсәт ҡағыҙы булған һунарсыларға ғына бирергә хоҡуҡлы.

Һунар ҡоралын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә
Һунар ҡоралын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә

Башҡортостанда һунар ҡоралын һәм уның патрондарын башҡа граждандарға ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырыу өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәр билдәләгән республика законы ҡабул ителә. Ҡорал һәм патрондар хужаһы уларҙы һунарсы билеты һәм махсус рөхсәт ҡағыҙы булған һунарсыларға ғына бирергә хоҡуҡлы.

Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында ҡабул итеү планлаштырылған закон проектында билдәләнеүенсә, мылтығы булмаған, ләкин һунарсы билетын алған граждандар ҙа ҡорал менән ваҡытлыса файҙаланырға мөмкин. Уларға рөхсәт документының яңы төрө – ҡоралды һаҡлау хоҡуғынан тыш уны йөрөтөү һәм ҡулланыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы бирелә. Бындай рөхсәтте Росгвардиянан һәм уның территориаль органдарынан биш йылға бер тапҡыр алырға мөмкин.

Закон проектына ярашлы, яңылыҡ 2023 йылдың 15 июлендә ғәмәлгә инергә тейеш.

https://www.bashinform.ru

Һунар ҡоралын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә
Һунар ҡоралын ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас: