Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 12:25

“Ҡыҙыл паша” – тыуған яғында

Ни тиклем үҙенсәлекле, бай күңелле шәхес булған.

“Ҡыҙыл паша” – тыуған яғында
“Ҡыҙыл паша” – тыуған яғында

М.Ғафури исемендәге данлы Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһын сәхнәгә сығарҙы. Ике премьера ҡуйылышын ҡарағас, бихисап тамашасылар спектакль тураһында һоҡланыу һүҙҙәре яуҙырҙы. Ә премьера тарихи шәхестең тыуған төйәге – Бишбүләк районында булды. Театр хеҙмәткәре Ирина ЗАХАРОВА премьера тураһында фекерҙәр йыйып ишеттерҙе. 

Күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Яҡын Көнсығыштың ҡайһы бер башҡа илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле булған Кәрим Хәкимовҡа арналған спектаклдең премьераһы Бишбүләк ерендә үтеүе бөтә ижади төркөм өсөн һынау итеп ҡабул ителгәндер, сөнки шундай күренекле шәхестең атайсалында уйнау айырым яуаплылыҡ, тулҡын­ланыу хисе өҫтәй.

Театрҙың баш режиссеры, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы Айрат Абушахманов әйтеүенсә, йәй көнө, ижади төркөм Бишбүләккә Кәрим Хәкимовтың музейына килгәндә үк, премьераны Өфөлә түгел, ә тап уның тыуған ерендә уйнарға хәл ителә.

– Кәрим Әбдерәүеф улының яҡташтарына йылы итеп ҡабул иткәндәре, спектаклгә фатиха биргәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Премьераны геройҙың тыуған яғында уйнарға тигән маҡса­тыбыҙҙың тормошҡа ашыуына ифрат шатбыҙ, – ти Айрат Әхтәм улы. – Спектаклде ҡабаттан ҡуйыуға республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров этәрҙе. Уның өҫтөндә эш башлағас, театрға ғәм халыҡ алдында рәхмәт тә әйтте. Хәкимовтың шәхесе, миңә ҡалһа, һаман да тулыһынса өйрәнелмәгән, уның СССР өсөн генә түгел, ә тотош донъя өсөн ҙур шәхес икәне аңлап бөтөлмәгән. Спектаклде Нәжиб Асанбаевтың инде уҙған быуатта ҡуйылған пьесаһына нигеҙләнеп эшләнек, унда геройҙың бала сағы тураһында мәғлүмәт юҡ ине. Йәй көнө музейында булғанда, был осорон да өҫтәргә кәрәк, тигән фекергә килдек. Әҫәр өҫтөндә эшләү бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы һәм еңел булды, сөнки Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм хеҙмәте тарихы бөгөнгө менән дә ауаздаш, көнүҙәк.

Ғәрәп илдәрендә эшләгән билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһындағы пьеса беренсе тапҡыр Башҡорт академия драма театрында 40 йыл элек  ҡуйыла. Хәҙерге вариантта пьеса илсенең тормошо һәм эшмәкәр­легенә ҡағылышлы яңы факттар менән байытылған. Спектаклде әҙерләгәндә ижади төркөм геройҙың туғандары һәм Дүсән ауылында урынлашҡан музейы хеҙмәткәрҙәре менән даими бәйләнеш тотто. Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов һәм театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, пластик хәрәкәттәр  – Алина Мостаева, видеограф – Руслан Юлтаев. Төп ролде талантлы йәш актер Азат Вәлитов башҡара.

– Дипломант образын сәхнәлә уйнау ҡатмарлы, ни өсөн тигәндә, был һөнәр кешеләре хис-тойғо­ларын тышҡа сығармаҫҡа, үҙҙә­рендә тоторға тейеш. Ә сәхнәлә эмоциялар мөһим. К.Хәкимов тураһындағы документаль фильмды ҡарағас, тетрән­гәйнем. Ни тиклем үҙенсәлекле, бай күңелле шәхес булған! СССР өсөн эшләгәндәре хәҙер ҙә актуаль. Миңә уның ише кешеләр әлегә тыуғаны юҡ кеүек  тойола. Ошондай шәхестең беҙҙең яҡташ булғанына ғорурланам, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Азат.

Бишбүләктәргә данлы яҡташ­тары хаҡындағы спектакль ифрат оҡшаған, күңелдәренә илһам алып таралышҡан улар.    

– Спектакль бер тынала үткән кеүек булды. Ҡайһы бер мәлдәре айырыуса тулҡынландырғыс, күҙгә йәш эркелә. Был әҫәр – респуб­ликаның алдынғы театрының тағы бер ҙур уңышы. Спектаклдең ҡуйылышы, актерҙарҙың уйыны, шул замандың мөхите – барыһы ла ҡабатланмаҫ тәьҫораттарға солғай, – тине район хакимиәте етәксеһе Артур Зарипов.

Спектаклдең яңы ҡуйылышы Кәрим Хәкимовтың Тыуған илебеҙ тарихындағы ғәйәт ҙур ролен тағы бер иҫбатлай. Ул Совет Рәсәйенең, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫе­шенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Тамашаға Кәрим Хә­кимов­тың дүртенсе быуындағы туғаны Наил Ғатауллин да килгән. “Беҙ Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса Лек Вәлиев ҡуйған спек­таклдә үҫтек. Әлеге премьера бөтөнләй икенсе тарих, тиергә була, ул күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте. Ижади төркөм дипломаттың художестволы образын башҡа төрлөрәк  асыуға ирешкән.  Бында ул хәҙерге тормошҡа яҡыныраҡ, ә был йәштәргә аңлайышлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ булыуы менән отошло, тәрбиәүи әһәмиәте ҙур”, – ти ул.  

Баш ҡалабыҙ тамашасылары спектаклде 3 февралдә ҡарай аласаҡ. 

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: