Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
1 Февраль 2023, 07:34

Социаль түләүҙәр индексациялана

Рәсәйҙә 1 февралдән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар күләме арта...

Социаль түләүҙәр индексацияланаСоциаль түләүҙәр индексациялана
Социаль түләүҙәр индексациялана

Рәсәйҙә 1 февралдән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар күләме индексациялана. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«2023 йылдың 1 февраленән түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар өсөн 1,119 индексация коэффициентын билдәләргә», — тиелә документта.

1 февралдән инвалидтарға, ветерандарға, СССР, Рәсәй Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙарына, Чернобыль АЭС-ындағы, шулай уҡ 1957 йылда «Маяк» производство берекмәһендәге һәләкәттән һуң радиацияға дусар булған граждандарға, Семипалатинск полигонында үткәрелгән ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиациянан зыян күргән граждандарға социаль түләүҙәр күләме арттырыла.

https://hakmar.ru

Социаль түләүҙәр индексациялана
Социаль түләүҙәр индексациялана
Автор:
Читайте нас