

Уҙған йылда барлыҡ барлыҡ китапханалар ҙа әүҙем эшләне, яңы заманса алымдарға таянып, төрлө мәҙәни саралар уҙғарҙы.
Китапхананың методик бүлеге Н.Г. Николаева семинарҙы асып, 2022 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ китапхана эшендә ирешелгән уңыштар, мөһим ваҡиғаларҙы телгә алды һәм 2023 йылға пландар тураһында ла һөйләп үтте.
Район үҙәк китапханаһының методисы И.И. Хәйретдинова иһә мөһим даталар һәм 2023 йылдың төп йүнәлеше тураһында әйтеп үтте, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан методик тәҡдимдәр индерҙе. Китапхана хеҙмәткәре И.И.Иҫәнғолова китапхана фонды буйынса отчет яһаны, төп күрһәтмәләрҙе телгә алды һәм уҙған йылда китап фондының нисек тулыланыуы һәм файҙаланыуы хаҡында бәйән итте. Сиҙәкбаш һәм Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылдарының китапханасылары Федорова Е.А. һәм Салихова Э.Т. үҙҙәренең сығышында иң яҡшы, уҡымлы китаптарға байҡау яһаны.
Заман алға барған һайын, яңы талаптар ҡуйыла. 2023 йылдың 1 мартынан «Китапхана-мәғлүмәт эшенең белгесе» тип аталған һөнәри стандарт индерелә. Был турала Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапханалар етәксеһе Елена Григорьевна ентекле таныштырҙы.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә «Пушкин картаһы менән - китапханаға» тигән эшлекле уйын уҙғарылды. Бындай уйын төрө - хеҙмәткәрҙәр менән йәнле аралашыу, үҙенә күрә яңы идеялар, тәҡдимдәр менән бүлешеү. Китапханала Пушкин картаһына бәйле ойошторолған уйында яңы тәҡдимдәр индерелде.
Шулай итеп, эш алымдарын мауыҡтырғыс итеү өсөн китапханасыларға һәм белгестәргә камиллыҡҡа ынтылырға, мөһим мәсьәләләрҙе сисә белергә лә кәрәк.
По материалам https://vk.com/club119702047?trackcode=8f22aff2NX_1z0L1c-4xXmuslRxJ-