Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Февраль 2023, 09:08

Әсәлек хисе барыһынан да өҫтөн

Миәкәнән йәш әсә алты айлыҡ сабыйына үҙенең бауырын бүләк иткән.

Әсәлек хисе барыһынан да өҫтөнӘсәлек хисе барыһынан да өҫтөн
Әсәлек хисе барыһынан да өҫтөн
Миәкә районының Кәкән-Васильевка ауылынан яңы тыуған Аринаға гепатит диагнозы ҡуйыла, был уның бауырына һәм бөтә организмына зыян килтерә. Табиптар бауырын күсереп ултыртырға кәрәклеген белдерә, тик Арина бындай операцияны күтәрә алмаҫ, тип ҡурҡалар.

Яңы йылға ҡарай баланың хәле тағы ла ауырлаша. Бөтә анализдары ҡот осҡос хәлдә була. Әммә Яңы йыл төнөндә ысын мөғжизә була: ҡыҙ тәүҙә аяҡ-ҡулдарын хәрәкәтләндерә башлай, һуңынан үҙ аллы команан сыға һәм артабан ғүмере өсөн көрәшә башлай.

Ошо көндәрҙә алты айлыҡ Арина Драгинаның туғандары шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашҡан. Табиптар баланың иҫән ҡалыуына ышанып етмәйҙәр. Мәскәүҙә Шумаков трансплантология һәм яһалма органдар үҙәгендә операция яһайҙар һәм яңы бауыр күсереп ултырталар.

— Үҙ әсәһе донор булды. Операция уңышлы үткән, Арина тиҙ генә анестезиянан уянған, хәленең яҡшырыуына ҡыуанабыҙ әле. Хәҙер ул әсәһе менән айырым палатала, — ти Аринаның инәһе Наталья.

Әле Арина Драгинаның туғандары бауыр күсереп ултыртылғандан һуң баланың хәле тотороҡланғансы көтә, әммә иң мөһиме - сабый тулыһынса һауығып сығыр тигән ышаныс бар.
 
https://vk.com/bashkortostanim
Әсәлек хисе барыһынан да өҫтөн
Әсәлек хисе барыһынан да өҫтөн
Автор:
Читайте нас