

Хәҙер ауылдарҙа элгәре кеүек, төркөм-төркөм булып уҡыусыларҙың мәктәптән ҡайтыуын күреү – һирәк күренеш. Ә бына Набережный ауылынан, һәр көндә Мортазиндар йортонан ете уҡыусы портфелдәрен тотоп мәктәп автобусына ашыға. Улар бөтәһе лә Ҡаныҡай урта мәктәбендә белем ала.
- Беҙҙең һәр иртәбеҙ күңелле мәшәҡәттәр менән башлана. Сәғәт 7-лә торабыҙ, балалар йыуынып-ашап алғандан һуң, ҡыҙҙарҙың сәстәренә тиҙ генә прическалар яһайым, кемдеңдер кейемен үтекләйем, шулай уҡ уларҙың алмаш аяҡ кейемдәрен, бейәләй-бирсәткәләрен барлайбыҙ,- ти, күп балалы әсәй кеше.
Зөлфиә һәм Альберт Мортазиндарҙың ғаиләһе шаҡтай ишле: иң ҙурыһы, ата-әсәһенең ныҡлы таянысына әйләнгән Рафаэлгә февраль айында 15 йәш тула, икенсеһе – Азалия 7-се, улдары Рөстэм – 6-сы, Адэлия – 4-се, Идэль – 3-се, Альмир 1-се класс уҡыусылары, әлегә мәктәпкәсә әҙерлек йәшендә булған Радэль дә ағай-апайҙары менән бергә мәктәпкә илткән һуҡмаҡтан атлай. Ә иң кескәйҙәре Әлимгә ни бары 3 йәш. Был йортта өлкән быуын кешеһе - оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Альберттың әсәһе Мөнирә апай ҙа улар менән бергә йәшәй.
– Үҙем тыумышым менән Айыт ауылынан, беҙ ғаиләлә һеңлем менән икәү генә үҫтек, ә ирем Альберт дүрт баланың иң кесеһе. Дөрөҫөн әйткәндә, йәш саҡта ошондай ҙур ғаиләм булыр тигән уй башҡа ла кереп сыҡманы. Шулай ҙа ике бала – бер бала, бер бала – юҡ бала, тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер. Бар тормошом балалар өсөн, улар тип йәшәйбеҙ. Һәр ҡайһыһын уҡырға оҙатып ҡалам, ашарға бешереп ҡаршы алам. Кемдер мәктәптән “5” алдым тип ҡайтһа, йәки Мактау ҡағыҙы менән бүләкләнһә – был да үҙенә күрә шатлыҡ. Әлбиттә, һәр ҡайһыһының үҙ холҡы, үҙ мауығыуҙары бар6 мәктәптә уҙған барлыҡ сараларҙа ҡатнашалар, уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Адэлияның хәтере һәйбәт, шиғырҙарҙы бер тында ятлай, шуға күрә лә шиғыр бәйгеләрен ситтә ҡалмай, Радэль улыбыҙ иһә техника менән ҡыҙыҡһына, атаһы янында көн оҙоно тракторға ултырып йөрөргә лә риза, ә малайҙарҙың инде барыһы ла спорт ярата, – ти, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур көс һалған Зөлфиә Зәки ҡыҙы.
Балаларҙың спорттағы уңыштарын дәлилләп, өй түрендәге стенкала миҙалдар, Почет грамоталары урын алған. Рафаэль 4-се кластан алып Илһам Әхмәтшин етәкселек иткән милли көрәш һәм армспорт түңәрәгенә йөрөп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, район ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Уның иҫәбендә – 12 миҙал. Ағаһына эйәреп, Рөстэм менән Идэль дә был спорт секцияһына йөрөй башлаған һәм ҡумтаға бер нисә миҙал өҫтәгән, шуныһын да әйтергә кәрәк, район һабантуйында үҫмерҙәр үҙ ауырлыҡ категорияһында көрәшеп, 2-се һәм 3-сө урындарҙы алған. Ҡыҙыҡһыныуҙан ғына бу спорт төрө менән шөғөлләнә башлаған 13 йәшлек Азалияның да бер миҙалы бар, туғаны Радэль дә Ҡырғыҙ-Миәкәлә уҙған бәйгелә беренсе миҙалын алып, ата-әсәһен шатландырған да инде. Башланғыс класта уҡыусы Адэлияға килгәндә, барыһынан бигерәк уға нәфис гимнастика менән шөғөлләнеү оҡшай, бының өсөн уға махсус костюм һатып алғандар, Интернеттан үҙаллы күнекмәләр өйрәнгән ҡыҙ район кимәлендәге ярышта ҡатнашып, диплом һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булған. Спорт һөйөүсе Рафаэль, Идэль һәм Адэлия, Азалия ГТО нормативтарын тапшырып, значок менән бүләкләнгән. Был йәһәттән ғаиләләге төпсөк Әлим дә ағай-апайҙарынан үрнәк алыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Эйе, күп бала тәрбиәләү айырыуса ҙур көс һәм сабырлыҡ һорай. Мортазиндар ғаиләһендә лә иң күп ауырлыҡ әсәйҙәре елкәһенә төшә торғандыр. Ләкин ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, зарлана торғандарҙан түгел. Быға ҡәҙәр декрет ялында булған Зөлфиә уҙған йылда Набережный мәҙәниәт йортына эшкә кергән. Ә ишле ғаилә башлығы Альберт бер нисә йыл күрше Ырымбур өлкәһенең Пономаревкалағы “Ергән” кооперативында механизатор булып эшләһә, хәҙер ул мәктәп автобусын йөрөтөргә ниәтләй.
- Үҙебеҙ хужалыҡта күпләп мал тотабыҙ: ике һыйыр, дүрт башмаҡ бар, йәйгеһен ҡош-ҡорт алабыҙ, йыл һайын ҡышҡа ике баш мал һуябыҙ. Өҫтәлдәге ит, һөт үҙебеҙҙеке. Балалар әкренләп ҡул араһына инә бара, баҡса үҫтереүҙә һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә, ҙурҙары бәләкәйҙәрен ҡараша. Әлбиттә, барыһын уҡ булмаһа ла, һораған әйберҙәрен алырға тырышабыҙ, башҡаларҙыҡы кеүек кеүек велосипед, бассейн, сана һәм саңғылары бар. Яҡындағы тауҙа сана эҙҙәрен күргәнһеҙҙер, балалар һыуыҡ тип тормайҙар, күмәкләп тауҙан шыуалар, улай һаулыҡтарына зарланырлыҡ түгел, - тип, йылмая бәхетле әсә.
Эшенә лә, балаларына ла ваҡыт бүлергә тырышҡан Зөлфиә Зәки ҡыҙы 2017 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Һис шикһеҙ, бер генә балаға лайыҡлы тәрбиә биреү ҙә – оло хеҙмәт, ә ишле балалы ғаиләнең матди ауырлыҡтары ла барҙыр, моғайын. Һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән Мортазиндар хөкүмәттән ниндәй ярҙам ала һуң?
- Мәктәптә уҡығандарына ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы бирелә. Бынан тыш, балалар мәктәптә көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡлана. Тағы ла коммуналь түләүҙәргә льготалар ҡаралган, субсидия алыу хоҡугына эйәбеҙ. Ә ете бала тапҡандан һуң, бирелә торған тейешле сумманы алыу өсөн ғариза яҙҙыҡ, уны февраль айында ҡарарға тейештәр, - ти, Альберт белән Зөлфиә.
Мортазиндарҙың көндөҙ бер арала, тынып торған өйҙәре, кискә тағын йәнләнә. Был йортта ҡанат нығытҡан алты малай һәм ике ҡыҙ бер-береһенә терәк-таяныс, уларҙа туғанлыҡ хистәре ныҡ көслө. Киләсәктә лә улар уҡыуҙан тыш ваҡыттарын файҙалы үткәреп, яратҡан шөғөллдәрен үҫтереп, һәр ҡайһыһы был тормошҡа лайыҡлы урын тапһа ине, тип теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.