

Төркиәләге 6 февраль төнөндәге ер тетрәүҙе Истанбулдың көнсығышынан 80 километр көнсығыштағы Измит ҡалаһында 1999 йылда булған тетрәү менән сағыштыралар.
Ул ваҡытта магнитуда 7,5 тәшкил иткән (бөгөн төрлө мәғлүмәттәр буйынса 7,4-7,8), 17,5 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 23 меңдән ашыу кеше зыян күргән.
Төркиәнең көньяғында һәм Сүриянең төньяғында булған 7,8 магнитудалы ер тетрәү һөҙөмтәһендә кәм тигәндә 400 кеше һәләк булған. Төркиә ашығыс ярҙам хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер тетрәү ерле ваҡыт менән 04:00 сәғәттә булған, илдең һигеҙ провинцияһында һиҙелгән. Сүриялә Алеппо цитаделе ер тетрәүҙән зыян күргән. Төркиәлә иң юғары дәрәжәһе тревога иғлан ителгән.