Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2023, 17:30

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды

Бөгөн Башҡортостандың беренсе президентының тыуған көнөндә Өфөнөң мосолмандар зыяратында республика Башлығы Радий Хәбиров, башҡа рәсми кешеләр, республиканың беренсе етәксеһенең хәләл ефете Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова һәм туғандары Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе-мөфтөйө Айнур Бирғәлин мәрхүмдең рухына бағышлап доға ҡылды. Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президентының тормош иптәше Луиза Ғәлим ҡыҙы менән аралашҡанда Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса указ проекты тураһында әйтте.

«Документта күп саралар ҡаралған, беҙ һеҙгә указдын проектын тапшырырбыҙ, шулай уҡ һеҙҙең менән кәңәшләшербеҙ һәм Өфөлә ҡуйырға теләгән һәйкәлдең эскизын күрһәтербеҙ. Уның ҡәбер ташының ниндәй булырға тейешлеген бергәләп хәл итербеҙ. Өфөнөң яңы урамдарының береһенә Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен бирәбеҙ. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Луиза Ғәлим ҡыҙы Башҡортостан Башлығына ошо ҡайғылы көндәрҙә үҙенә күрһәткән иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Мортаза Ғөбәйҙулла улының 89 йәшенә бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалғайны. Яңы йылда уның янына килгәндә тыуған көнөн байрам итербеҙ, 90 йәшен дә билдәләрбеҙ, тип өмөтләнгәйнек, әммә яҙмыш үҙенен итә икән. Указдың проекты әҙер, бөгөн уны Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәләл ефетенә тапшырам, сөнки туғандары һәм яҡындары ҡарарға тейеш.

Беҙ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһын Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһы итеп үҙгәртергә тәҡдим итәбеҙ, был символик мәғәнәгә эйә, сөнки ул шул ваҡыттағы йәш республиканың идара итеү системаһын булдырған, Дәүләт Йыйылышының ижтимағи-сәйәси үҙәгендә мөһим ҡарар – суверенитет тураһында декларация ҡабул иткән һәм президент антын биргән. Һәйкәлде тап ошо урында ҡуйырға уйлайбыҙ. Был ҙур указ, киләһе дүшәмбелә беҙ уны баҫтырып сығарырбыҙ.

Беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улын онотмаҫбыҙ, Башҡортостан халҡына хеҙмәт иткәне өсөн беҙ уға мәңге рәхмәтлебеҙ», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Бөгөн республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 89 йәш тулыр ине.

https://www.bashinform.ru

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды
Автор:
Читайте нас: