Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2023, 21:19

Төркиәлә белем алыусы студенттарҙың хәле нисек?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәлә 3549 кеше һәләк булыуы һәм 22168-енең йәрәхәтләнеүе билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һан артыуын дауам итә.

Төркиәлә белем алыусы студенттарҙың хәле нисек?
Төркиәлә белем алыусы студенттарҙың хәле нисек?

Төркиә Президенты Реджеп Эрдоган белдереүенсә, ер тетрәүе 13 миллиондан ашыу кешегә ҡағылған.

Сүриәлә әле 812 кеше һәләк булыуы, 1,5 мең кешенең йәрәхәттәр алыуы мәғлүм.

Әле фажиғә булған урындарҙа эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә 53 мең кеше ҡатнаша. Төркиәгә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙамға 100-ҙән ашыу Рәсәй ҡотҡарыусыһы барған. Фажиғә урынында авиамобиль госпиталь урынлаштырылған. Рәсәй ҡотҡарыусылары үҙҙәре менән эҙләү эштәре өсөн ҡорамалдар алып барған. Шулай уҡ авиамобиль төркөмгә кинолог бригадалары йәлеп ителгән.

Мәғлүм булыуынса, Төркиәлә Башҡортостан Республикаһынан да студенттар уҡый. Уларҙың береһенең әсәһе менән бәйләнешкә инеп, хәлдәрен һораштыҡ.

- Улым Анкарала уҡый, ул илдең уртаһында урынлашҡан, ә ер тетрәүе көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә булған. Анкарала 5-5,5 магнитуда тирәһе теркәлгән. Был хәлде ишетеү менән иртәнсәк улыма шылтыраттым. Ул әле был турала ишетмәгән булған, йоҡлаған. Улар кисә ҡала ситенә экскурсияға сыҡҡан, тик унан ҡапыл кире бороп алып ҡайтҡандар.

“Бөтә урындар бикле, тик аҙыҡ-түлек магазиндары ғына эшләй. Экскурсияны өҙөп, ҡапыл бороп алып ҡайттылар. Дөйөм ятаҡҡа инеп, документтарҙы, иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып ҡуйҙыҡ. Ер тетрәүе булғас та телефонға хәбәр килә, сирена ҡысҡыра, биш секунд эсендә бинанан сығып өлгөрөргә кәрәк, тип инструктаж үткәрҙеләр. Кисә кис һуңға тиклем тышта йөрөнөк, бинаға инергә тыйҙылар. Етмәһә, тышта ҡар яуа. Ер тетрәүе тағы ла ҡабатланыуы ихтимал, тип иҫкәрттеләр. Ауыр мөхит, һауала нимәлер эленеп торған кеүек, ҡурҡыныс...” – тине ул.

Төркиәлә студенттар бер-береһе менән аралашып тора, әлегә улар араһында зыян күргәндәр юҡ. Шулай ҙа балаларыбыҙ өсөн борсолабыҙ, эргәләренә осоп барырҙай булып ултырабыҙ, күңелебеҙ тыныс түгел, – тине Гөлнар Төхбәтова.

Был фажиғәгә бәйле Төркиәлә ете көнлөк матәм иғлан ителде, барлыҡ дәүләт флагтары төшөрөлдө.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 февралдә Ер шарында ҙур фажиғә – Төркиәлә, Сүриәлә көслө ер тетрәүе теркәлде. Кахраманмараш, Газиантеп, Диярбаҡыр ҡалалары ныҡ емерелгән. Ер тетрәү тулҡыны Ливияла, Израилдә, Әрмәнстанда, Иракта, хатта Гренландияла һиҙелгән.

Ҡорбандар һаны сәғәтләп түгел, ә минутлап арта бара. Был илдәрҙәге фажиғә башҡа илдәргә лә ҡағылмайынса ҡалмаясаҡ, сөнки Төркиә - туристарҙың яратҡан ял итеү урыны. Бигерәк тә Рәсәй халҡы бик теләп унда ял итә, шулай уҡ унда эшләп йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә күп.

Әле Төркиәләге Рәсәй туристары өсөн ҡыҙыу линия асылған: юллама буйынса ял итеүселәр өсөн +7 (499) 678-12-03, үҙаллы ял итергә барғандар өсөн +7 (495) 695-45-45.

Фото: 9111.ru

https://bashgazet.ru

 

Төркиәлә белем алыусы студенттарҙың хәле нисек?
Төркиәлә белем алыусы студенттарҙың хәле нисек?
Автор:
Читайте нас: