+2 °С
Болотло
Республикала «Демография» милли проекты буйынса 65 йәштән өлкәндәрҙе бушлай дауаханаға алып баралар.
Бөгөнгә ошондай ысул менән 1 мең 455 ауылда 8 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелгән. 300 кешегә өйҙәрендә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
- Өлкәндәрҙе дауаханаға табип саҡырыуы буйынса мобиль бригадалар алып килә. Исемлекте медицина ойошмаһында төҙөйҙәр, - ти Ленара Иванова. Статистика буйынса Башҡортостан ауылдарында 65 йәштән өлкән 240 меңдән ашыу кеше йәшәй.