Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2023, 17:47

“Әсәлек даны” миҙалы алыусыларға бирелә торған аҡса күләме артҡан

Башҡортостанда 60-тан ашыу күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.

“Әсәлек даны” миҙалы алыусыларға бирелә торған аҡса күләме артҡан
“Әсәлек даны” миҙалы алыусыларға бирелә торған аҡса күләме артҡан

Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 30 районынан һәм биш ҡалаһынан: Октябрьскийҙан, Нефтекаманан, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Өфөнән күп балалы әсәләр бар.

Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнгән. Быға тиклем уның күләме 17 241 һум ине.

. Светлананы ҡотлайбыҙ!

https://bash.bashinform.ru

“Әсәлек даны” миҙалы алыусыларға бирелә торған аҡса күләме артҡан
“Әсәлек даны” миҙалы алыусыларға бирелә торған аҡса күләме артҡан
Автор:
Читайте нас: