Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2023, 09:57

Туңыуҙан һаҡланығыҙ

Ҡышын күптәр саңғыла йөрөргә, саналы шыуырға ярата. Әммә һәр осраҡта ла һаулыҡҡа иғтибарлы булырға кәрәк. Һалҡын алдырып сирләп китеү, бит-ҡулды өшөтөү кеүек күңелһеҙ хәлдәр һеҙҙе урап үтһен.

Туңыуҙан һаҡланығыҙ
Туңыуҙан һаҡланығыҙ

“Организмда йылылыҡты һаҡлау өсөн уға аҙыҡ һәм эсемлектәр ярҙамында энергия бирергә кәрәк”, – ти табип-нутрициолог, дөрөҫ туҡланыу буйынса белгес Резеда Сорокина-Сабирова. Мәҫәлән, саф һауаға юлланыр алдынан майлыраҡ балыҡ, йомортҡа, аҡ май һыланған икмәк ашарға мөмкин. Эсемлектәрҙән иң яҡшыһы – бер балғалаҡ бал, лимон киҫәге һәм имбир һалынған йылы һыу. Тағы бер ҡәтғи ҡағиҙә – иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. “Алкоголь йылыта” – киң таралған уйҙырма. Иҫерек кеше иғтибарын юғалта, үҙенә һыуыҡ булыуын ваҡытында аңламауы ла бар, был осраҡта туңыу хәүефе арта.

Кейемегеҙгә иғтибар итегеҙ. Кәбеҫтә кеүек кейенегеҙ, йәғни бер нисә ҡат йоҡа кейем бер ҡалын кейемгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Күп ҡатлы кейем йылыны оҙағыраҡ һаҡлай. Иң тәүге ҡат – йылылыҡты тотҡан эске кейем, иң тышҡы ҡат оҙон мамыҡ куртка булһын. Баш кейеме бәләкәй булмаһын, ҡолаҡтар мотлаҡ ҡапланырға тейеш.

Урамдан ҡайтып инеү менән кейемегеҙҙе алмаштырығыҙ, аяғығыҙға йылы йөн ойоҡбаш кейегеҙ. Бал ҡушып йылы сәй эсегеҙ. Аяҡты һыуға тығып йылытырға мөмкин, әммә быны бик һаҡ эшләгеҙ, һыу эҫе түгел, ә йылы булырға тейеш. Температураның ҡапыл үҙгәреүе йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн хәүефле.

Ярамай: өшөгән кешене етеҙ хәрәкәт иттерергә, спиртлы эсемлек эсерергә, массаж эшләргә, ҡар йәки йөн туҡыма менән ышҡырға, компресс йәки йылытҡыстар һалырға, йылы ванна ҡабул итергә, тирене майларға.

Тиҙ арала зыян күреүсенең кейемен систерегеҙ, йылы, ҡоро кейем кейҙерегеҙ, юрғанға төрөгөҙ, организмды эстән йылытып алыу өсөн йылы аш, эсемлек бирегеҙ, кәрәк булһа, ашығыс медицина ярҙамы саҡыртығыҙ.  

https://bashgazet.ru

Туңыуҙан һаҡланығыҙ
Туңыуҙан һаҡланығыҙ
Автор:
Читайте нас: