Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 16:51

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана

Айыт урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ҡоштар өсөн тағараҡтар элде. 

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана

Әйләнә-тирә дoнъя дәрестәрендe беҙ тәбиғәт: үҫемлектәр, бөжәктәр, эҫе hәм һалҡын райондарҙағы хайуандар h.б. тураһында бик күпҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс нәмәләр беләбеҙ. Ләкин беҙҙең яҡта йәшәүсе ҡоштар беҙгә бик ҡыҙғаныс. Ҡышҡыһын күпселек ҡоштар аслыҡтан үлә. Беҙ үҙебеҙ ҡарға шатланабыҙ, ҡышҡы уйындар менән ҡәнәғәтбеҙ. Ә бына беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ, мoғайын, шат түгелдер. Уларға ҡайҙан аҙыҡ алырға һуn? Барыһы ла ҡар аҫтында йәшеренгән. Ботаҡтарҙа һәм сыҡбыҡтарҙа ҡошсоҡтар ултыра, улар ниндәй ҙә булһа аҙыҡ табырға өмөтләнеп, кеше йәшәгән ергә килә.Һәм, беҙ барлыҡ класыбыҙ менән ҡоштар ашханаһы ойошторорға булдыҡ.

Бер көндән барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең үҙенсәлекле тағараҡтарыбыҙҙы мәктәпкә алып килдек. Көнө буйы класта шундай шатлыҡлы ығы-зығы булды. Бында ғәжәпләнеү ҙә, ҡыҙыҡһыныу ҙа, ғорурлыҡ хисе лә бар ине. Әлбиттe, атай-әсәйҙәрҙәребеҙ беҙгә ярҙам итте. Ҡоштар өсөн тағараҡтар төрлөнән-төрлө ине: тартмаларҙан, ағас таҡталарҙан, пластик уйынсыҡтарҙан яһалған. Аҙыҡ түгелмәһен өсөн ситтәре булған hәм ҡар күмеп китмәһен өсөн түбәле булғандары ла бар ине. Тағараҡ яһау өсөн, ҡул аҫтындағы бар әйбер ҙә ярап ҡуйҙы! Иң мөhиме — инициатива күрһәттек, hәм ата-әсәйҙәребеҙҙең оҫта ҡулдары беҙгә уларҙы сифатлы итеп яһарға ярҙам итте.Дәрестән һуң бөтә класс менән урамға сыҡтыҡ, hәр беребеҙ үҙ тағарағын элеп, көнбағыш орлоғо, икмәк валсығы һалып ҡуйҙыҡ. Ҡоштарҙың килеүен күҙәтеп тормаҫҡа булдыҡ, ҡәнәғәт булып өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Өс көндән тикшереп ҡарарға сыҡтыҡ. Һалған емдән бер нәмә ҡалмағайны, барыһын да ҡошҡайҙар ашап бөтөргән! Тимәк, беҙҙең ризыҡтарыбыҙ уларға оҡшаған. Шунан һуң беҙ hәр шишәмбе һайын ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ашата башланыҡ.

Тағараҡ  - файҙалы hәм кәрәкле әйбер, әйҙәгеҙ, уларҙы яһап, төрлө ерҙәргә элеп, шундай кескәй генә ашханаларға ҡошсоҡтарҙы ашҡа саҡырайыҡ . Әгәр ҙә, ерҙә йәшәүсе һәр кеше һалҡын ҡышта ҡоштар тураһында хәстәрлек күрһә, яҡшы булыр ине. Йәйгеһен улар беҙгә ярҙам итә, баҫыуҙарҙан төрлө зарарлы ҡоротҡостарҙы сүпләй. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә уларға ярҙам итәйек!

Ф.Кәрим исемендeге Айыт урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары.

 

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ашхана
Автор:
Читайте нас: