Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы Октябрьскийҙа “Миллениум” күп йүнәлешле спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды. Йәнә бер инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырылды.
Баҡса ҡулсаһында урынлашҡан бинала, “Нефтсе” паркында өс мең квадрат метр майҙанда тренажерлы спорт залдары, матурлыҡ салоны, ресторан бар. Панорамалы тәҙрәләр, заманса йыһаз, итәғәтле персонал – бында барыһы ла үҙенә йәлеп итә.
Яңы комплекста 60 яңы эш урыны булдырылған. Уңайлы залдарҙа һаулығыңды хәстәрләү өсөн шарттар тыуҙырылған, паркта йөрөп ҡайтҡандан һуң ғаиләң менән ресторанда ултырыу мөмкинлеге лә бар.
“Яңы комплексҡа уңыштар һәм сәскә атыу теләйем! Ә ҡала халҡын күптән көтөп алған өр-яңы профессиональ спорт үҙәге менән ҡотлайым”, – тине объектты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info
https://bashgazet.ru