Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 09:21

Башҡортостанда Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуын билдәләйәсәктәр

2023 йылдың 13 февралендә Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тула. Өфөлә юбилейҙы байрам итеүгә арналған йылды рәсми асыуға старт биреләсәк.

Башҡортостанда Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуын билдәләйәсәктәр
Башҡортостанда Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуын билдәләйәсәктәр

Өфөлә юбилейҙы байрам итеүгә арналған йылды рәсми асыуға старт биреләсәк. 13 февралдә Шаляпин һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторола. Саралар программаһын Милли музейҙағы «Өфөлә Шаляпин» күргәҙмәһе дауам итә. Кисен Башҡорт Опера һәм балет театрында гала-концерт була.

Сәхнәгә бөйөк бас тауышлы йырсыны хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Өфө театрының алдынғы бас тауышлы йырсылары — Башҡортостандың халыҡ артистары, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Артур Ҡәйепҡолов, шулай уҡ Шаляпин өсөн махсус яҙылған операларҙан өҙөктәр башҡарыусы башҡа йырсылар сыға.

Артабан, юбилей саралары планына ярашлы, Шаляпиндың 150 йыллығы йылында З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының опера студияһы М.Мусоргскийҙың «Хованщина» операһының премьераһы күрһәтәсәк. Мартта халыҡ-ара (Шаляпин йәмғиәте менән берлектә) «Шаляпин уҡыуҙары» үтәсәк. Апрелдә йәш вокалсыларҙың Ф.И. Шаляпин исемендәге «Дебют» XIV асыҡ ҡала конкурсы планлаштырылған.

Апрелдә шулай уҡ 4-се «Шаляпин. Музыка. Театр»", Вера Тиманова исемендәге VIII Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы үтәсәк. Июндә 8-се «Шишмә» асыҡ ҡала балалар әҙәби конкурсы, шулай уҡ Өфө балалар филармонияһының күргәҙмә залында бер нисә сара ойошторола. Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе «Өфөлә Шаляпин» юбилей календарын сығарҙы, унда Ф. И. Шаляпиндың беҙҙең ҡалала 1890-1891 йылдарҙа булған мәленән сағыу ваҡиғалар сағылдырылған.

Республиканың алдынғы ижади коллективтары — Милли симфоник оркестр һәм Башҡортостан дәүләт академия хор капеллаһы юбилейға тематик концерттар әҙерләй, документаль фильмды Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ойоштора.

Сығанаҡ: culture.bashkortostan.ru

https://rukh.info

Башҡортостанда Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуын билдәләйәсәктәр
Башҡортостанда Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуын билдәләйәсәктәр
Автор:
Читайте нас: